Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй оборона министрлығы “Әшрәр аш-Шам” террорсыларын ташыған автобустар колоннаһын видеоға төшөрөп алған. Бер тәүлектә генә был ойошма яҡлы 5 мең террорсы Көнсығыш Гутанан сыҡҡан. Маршрутта Сүриә полицияһы һәм һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыусы үҙәк офицерҙары именлек тәьмин итә.
  • Рәсәйҙең Америкалағы илсеһе Анатолий Антонов рәсәй дипломаттарын ҡайтарыу һәм Сиэтлда рәсәй консуллығын ябыуға етди ҡаршы булыуын белдерҙе. Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрен ҡаҡшатыуҙа Ҡушма Штаттар ғәйепле, быны яуапһыҙ ҡалдырырға ярамай, тине дипломат.
  • Америка ҡалаларында ҡорал әйләнешен ныҡлы күҙәтеүгә алыуҙы талап итеп күләмле акциялар үтте. Нью-Йоркта ғына 150 мең кеше урамдарға сыҡҡан. 14 февраль Парклендтағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыусы 17 кешене атып үлтергәндән һуң илдә демонстрациялар туҡтағаны юҡ.
  • Ҡытайҙың Нанкин ҡалаһындағы ресторандарҙың береһендә омарҙы уйын автоматында тоторға мөмкин. Тота алмаһаң 10 юаньдан, беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә 90 һум аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағырға тура киләсәк.