Өлкә халҡы ғына түгел, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең барыһы ла сауҙа-күңел асыу комплексында һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Ҡайғыға батҡан ҡалаға Рәсәй президенты Владимир Путин да килде. Янғын һөҙөмтәһендә 64 кешенең ғүмере өҙөлгән сауҙа комплексы янындағы мемориалға сәскәләр һалды. Владимир Путин Себер федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Сергей Меняйло менән янған бинаның фасадын ҡарап сыҡты. Фажиғә сәбәпле Енәйәт кодексының 3 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 5 кеше ҡулға алынған. Уларҙың араһында янғын сығыуын белгертеүсе сигнализацияны һүндергән һаҡсы ла бар. Янғында йәрәхәтләнеүселәр өсөн халыҡ сират тороп ҡан тапшыра. Табибтар донор ҡаны етәрлек булһа ла теләгән һәр кемгә ҡан тапшырыу мөмкинлеге бирелгән, тип белдерә.
Кемеровола бөгөн матәм көнө
Тулыраҡ: Кемеровола бөгөн матәм көнө