Был фажиғә – ысын мәғәнәһендә коррупцияның асыҡ күренеше

Тулыраҡ: Был фажиғә – ысын мәғәнәһендә коррупцияның асыҡ күренеше

Кемеровалағы ҡурҡыныс афәт тураһындағы яңылыҡ республика халҡының йөрәктәрендә ҡайғылы ауаз тапты. Был фажиғә – ысын мәғәнәһендә коррупцияның асыҡ күренеше, тине төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эште координациялау комиссияһының ултырышында. Унда республикала ошондай һәләкәттәргә юл ҡуймау өсөн, был хәлдән ғибрәт алып, коррупцияға ҡаршы көрәш сараларын көсәйтеү тураһында һүҙ барҙы.