Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсының икенсе этабы уҙҙы

Тулыраҡ: Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсының икенсе этабы уҙҙы

Унда төрлө район-ҡалаларҙан 178 уҡытыусы ҡатнаша. Йылдағыса, конкурс дүрт этаптан тора. Беренсе этапта уҡытыусыларҙың интернет сығанаҡтарын өйрәнеүен, эш һөҙөмтәләрен сағылдырған тупланмалар ҡаралды. Икенсе этаб — эссе яҙыуға бағышланды. Татарстандан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Балағотдинова бындай сарала үҙ оҫталығын икенсе тапҡыр һынай.