Фажиғә бынан бер ай элек булһа ла, мәғлүмәт тик бөгөн генә билдәле булды. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, ата-әсәһе ҡыҙға прививка эшләтмәгән булған. Һуңғы ике йылда был тәүге үлемесле осраҡ. 2015 йылға тиклем республикала тап сусҡа киҙеүенән ике кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Башҡортостанда әле тымау тейҙереүселәр арта. Сирләүселәр һаны эпидемиология сиген 31 процентҡа үтеп киткән. Рәсәйҙең 23 төбәгендә грипп һәм тымау эпидемияһынан карантин иғлан ителгән.
Стәрлетамаҡта алты йәшлек сабый сусҡа киҙеүенән һәләк булған
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта алты йәшлек сабый сусҡа киҙеүенән һәләк булған