Рәсәй-Башҡортостан радиоһының Самауыр тапшырыуында барған “Цифралы яҙ” акцияһының унынсы еңеүсеһе билдәләнде. Салауат ҡалаһынан ун ете йәшлек Денис Харьков беренселәрҙән булып тура эфирға шылтыратып, һорауға дөрөҫ яуап бирҙе. Ул хәҙер юғары сифатта ғына түгел, ә бушлай федераль телеканалдарҙа барған тапшырыуҙарҙы тыңлай ала. Һәр шишәмбе Рәсәй-Башҡортостан радиоһының Самауыр тапшырыуын алып барыусылар тура эфирҙа “Цифралы яҙ” тип аталған акция иғлан иткәйне. Алып барыусыларҙың һорауына беренселәрҙән булып дөрөҫ яуап биреүсегә приставка бүләк ителә. Конкурстың унынсы еңеүсеһе итеп Салауат ҡалаһынан 17 йәшлек Денис Харьков билдәләнде. Денис Харьковтың тыумыштан күҙҙәре күрмәй. Шуға ла, беҙҙең телерадиокмпания менән берлектә цифралы телевидение хеҙмәткәрҙәре уға отҡан бүләген тапшырырға һәм приставканы ҡулайлаштырырға килде. Денис Харьков Рәсәй-1. Башҡортостан, Рәсәй. Мәҙәниәт каналында барған тура эфирҙарҙы һәм Рәсәй-Башҡортостан радиоһының тапшырыуҙарын тыңлап бара. Алып барыусыларҙың һәр береһен тауышынан таныйым, ти ул. Приставка отоу маҡсаты менән барған акция иғлан ителгәс, шунда уҡ беренселәрҙән булып шылтырата. Әйткәндәй, Денис сығышы менән урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең телеканалда башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы ла ҡалдырмай. Тап башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе лә ул үҙ аллы өйрәнә.Юғары сифатта ғына түгел, ә бушлай федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы хәҙер республикала йәшәүселәрҙең 95 проценты ҡарай ала. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында барған һуңғы хәбәрҙәр, төрлө тапшырыуҙар халыҡҡа бер ниндәй ҡамасауһыҙ барып етәсәк. “Цифралы яҙ” акцияһының унынсы еңеүсеһе тип билдәләнгән Денис Харьков та хәҙер яңы приставка ярҙамында телеканалдарҙа барған тапшырыуҙарҙы юғары сифатта тыңлай аласаҡ. Көн дә яратып тыңлаған тапшырыу алып барыусыларынан бүләк отоуына ул бигерәк ҡыуанды. Барлыҡ хыялдар тормошҡа аша, тик ышанрға ғына кәрәк, ти ул.
Цифралы яҙ акцияһы дауам итә
Тулыраҡ: Цифралы яҙ акцияһы дауам итә