Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте Төркиәгә барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. Был дәүләттә Зика вирусы таралыуы тураһында билдәле булды. Инфекция бер-нисә виләйәтендә асыҡланған. Уҙған йылда, Зика вирусын Кубала булып ҡайтҡан 4 кеше йоҡторғайны. Хәҙер, зарарлы серәкәйҙәрҙең Ҡара диңгеҙҙең төнъяҡ ярында таралыуы көтөлә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы сәфәргә юлланғанда был хәлде күҙ уңында тоторға кәңәш итә. Зика вирусын, ғәҙәттә — серәкәйҙәр тарата. Был йәһәттән Өфө аэропортында даими күнекмәләр уҙғарылып тора. Сит илдән килгән самолеттар эшкәртелә, пассажирҙар күҙәтеүгә алына.
Төркиәгә юл ябыҡ
Тулыраҡ: Төркиәгә юл ябыҡ