Өфөлә “Эш шарттарына махсус баһа биреү тураһында”ғы закондың үтәлеше тикшерелде

Тулыраҡ: Өфөлә “Эш шарттарына махсус баһа биреү тураһында”ғы закондың үтәлеше тикшерелде

Янғын хәүефһеҙлеген генә түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын даими һаҡ аҫтында тотоу ҙа Кемерово ҡалаһындағы кеүек фажиғәләрҙе иҫкәртә алыр ине. Республиканың хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияһы сираттағы ултырышында Рәсәйҙә “Эш шарттарына махсус баһа биреү тураһында”ғы закондың үтәлешен тикшерҙе. 2018 йыл аҙағына тиклем бар ойошмалар ҙа хеҙмәт шарттарын мотлаҡ тикшереп уларға тейешле баһа бирергә бурыслы. Әлеге ваҡытта республикала хеҙмәт шарттары иң хәүефле тип танылған өс тармаҡ теркәлгән – эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы. Башҡортостан предприятиеларында эш урынында зәғифләнеү йә үлем осраҡтары һуңғы өс йылда һиҙелерлек кәмегән.