Үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһы

Тулыраҡ: Үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан „Китап„ нәшриәте Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына һәм Башҡортостан „Китап„ нәшриәтенә уның исемен биреүгә 10 йылға арналған тантана уҙҙы. Тормош китабын яҙған Зәйнәб Биишева – әҙибә, фәйләсүф, фекер эйәһе булараҡ бөйөк тә, ябай ҙа. Уның туғаны Ләлә Биишева әйтеүенсә, ул матур һүҙҙәр эҙләмәне, ә фекер тәрәнлеге менән әсир итә белде.Әҙәмдең тәғәйенләнеше, йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре ошондай мәңгелек һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Улар намыҫ һәм нахаҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ һәм хыянат кеүек үлемһеҙ төшөнсәләр бәрелеше сағылыш таба.Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән 140-сы гимназия уҡыусылары әҙибәнең „Дуҫ булайыҡ„ романынан сәхнәләштерелгән.Әҙибә тәүҙә балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙарының күп төрлөлөгө, тел яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһы.