Өфө халҡы һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскәләр һалды

Тулыраҡ: Өфө халҡы һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскәләр һалды

Өфө халҡы Яҡутов исемендәге паркта Кемеровалағы янғында һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскәләр һалды. Янғында һәләк булыусыларҙың күбеһе сабыйҙар булыу сәбәпле, халыҡ тап ошо урынды һайлаған. Мәңгелек утҡа ололар ҙа, балалар ҙа сәскә һалды, йомшаҡ уйынсыҡтар ултыртты, шәм яҡтыртты. Республиканы ғына түгел, бөтә илде тетрәткән ҡот осҡос фажиғәне һәр кем күҙ йәштәре аша үткәрҙе. Мәңгелек ут янына «Кемерово, беҙ һеҙҙең менән» тип аталған плакат та йәбештерелгән. Фажиғәлә һәләк булыусыларҙың иҫтәлегенә үткәрелгән акция милли акция тип атала. Сөнки һәр кеше ҡара ҡайғы кисергән ҡала халҡын, балаларын, яҡындарын юғалтҡан ата-әсәләр афәтен бергә кисерҙе. Әйткәндәй, сәскәләр һалыу һәм һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу акцияһы Өфөнөң башҡа паркттарында ла үткәрелде.