Рәсәй президенты Кемероволғы сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғын сәбәптәре бик ентекләп тикшереләсәк, тип белдерҙе. Владимир Путиндың етди белдереүенән һуң етәкселәр халыҡ янына сыҡты. Өлкә губернаторы урынбаҫары Сергей Цивилев ҡала халҡы алдында тубыҡланып ғәфү үтенде. Кемеровода үткән кәңәшмәлә Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эше менән ҡәнәғәт булмауы тураһында белдерҙе. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалым каникулдары биреү кешеләрҙең именлеге тураһында ҡайғыртыуҙы туҡтатырға кәрәк, тигәнде аңлатмай.
Кемероволағы фажиғә ентекләп тикшереләсәк
Тулыраҡ: Кемероволағы фажиғә ентекләп тикшереләсәк