Кемероволағы фажиғәнән һуң Өфө ҡала хакимиәте башлығы халыҡ күпләп йыйылған объекттарҙа тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты. Күңел асыу комплекстарында халыҡ булмағанда иртәнге 9 тикшереү үткәрелә. Йәнәһе лә был бизнес өсөн уңай, аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Кешеләр именлегенә бындай ҡараш булырға тейеш түгел. Ирек Ялалов һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала хакимиәте сауҙа һәм күңел асыу объекттары хужаларына ялыуҙар менән прокуратураға мөрәжәғәт итергә әҙер. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре Башҡортостандың сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә нисек үтәлә?
Сауҙа үҙәгендә янғын сыға ҡалһа, мәғлүмәт турана-тура ошо бүлмәгә тапшырыла. Диспетчер шунда уҡ бөтә системаларҙы тоҡандыра. Шул уҡ ваҡытта, хәбәр автоматик рәүештә янғын һүндереүселәрҙең пультына һәм сауҙа үҙәге етәкселегенә, яуаплы кешеләргә ебәрелә.Кинотеатр залында янғын сығыу тураһында хәбәр ителгәс, шунда уҡ хеҙмәткәрҙәр килеп етте. Улар эскә инеп, төтөн бармы икәнен тикшерҙе, ә ҡалғандары халыҡты эвакуацияларға әҙерләнде. Был сценарийҙы прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре лә күҙәтте. Бынан тыш, улар эвакуация юлдарын һәм ишектәрен тикшерҙе.Һуңғы йылдарҙа Өфөлә һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре күбәйҙе. Уларҙа хәүефһеҙлек саралары яҡшылап үтәләме, юҡмы – береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай. Әммә, ҡайһы бер объекттарҙа быға ҙур иғтибар бүләләр.Йәмәғәт урындарында эшләүсе барлыҡ персонал үҙҙәренең вәкәләттәрен яҡшы белергә тейеш. Кемдер кешеләрҙе эвакуацияларға, кемдер юл күрһәтергә, янғын һүндерергә, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға бурыслы. Ял көндәрендә сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә, кинотеатрҙарҙа халыҡ күпләп ял итергә ярата. Ә был аҙнала балаларҙың каникулы башланды.
Кемероволағы фәжиғәнән һуң, йәмәғәт урындарында халыҡ аҙ. Әммә, ҡурҡмай ял итергә сыҡҡандар ҙа етәрлек. Халҡыбыҙҙа “Инереңдән алда, сығырыңды уйла” тигән мәҡәл бар. Белгестәр ниндәйҙер таныш булмаған үҙәккә ингәс, иң беренсе уның схемаһын, ҡаттарын һәм сығыу урындарын өйрәнергә кәңәш итә.Өфө сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә барыһы ла тиерлек яҡшы һымаҡ. Әммә, быға тиклем ҡайһы берҙәрендә эвакуация ишектәре ябыҡ булған. Бәҙрәфтә, бүлмәләрҙә тәмәке көйрәтеү осраҡтары ла асыҡланды. Көслө төтөн булып, янғын башланһа, персонал инструкция буйынса эшләрме, һине ҡотҡарырмы тигән һорау ҙа халыҡты борсой. Был көндәрҙә прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре Башҡортостандың барлыҡ сауҙа, күңел асыу үҙәктәре һәм кинотеатрҙарында тикшереү уҙғара. Уның һөҙөмтәләре 16-сы апрелгә әҙер булырға тейеш. Һуңынан аныҡ ҡарарҙар һәм тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк.
Кемеровала булған хәл һуңғы 100 йылда теркәлгән иң ҡурҡыныс янғындарҙың береһе. Ҡорбандарҙың һаны буйынса ул 4 фәжиғә исемлегендә. Мәҫәлән, 1999-сы йылда Һамарҙағы Эске эштәр идаралығында сыҡҡан утта 57 кеше һәләк булды. 2007-се йылда Краснодар крайында ололар йортонда 63, 2009-сы йылда Пермь крайында Хромая лошадь клубында 153 ҡорбан булды. Был фәжиғә Рәсәй һәм донъя халҡын тетрәндерҙе. Бөгөн илдә мәтәм көнө иғлан ителде.