Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • 7 мең террорсы һәм уларҙың ғаилә ағзалары гуманитар коридор буйынса Көнсығыш Гутанан Идлиб виләйәтенә сыҡҡан. Был операцияны башҡарыу өсөн 110 автобус кәрәккән. Маршрутта Сүриә полицияһы, Рәсәйҙең һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыу үҙәге офицерҙары, Сүриә Ғәрәп Ҡыҙыл ярым ай вәкилдәре именлек тәьмин иткән.
  • Ким Чен Ын Пекинда Ҡытай етәксеһе Си Цзиньпинь менән осрашҡан. Төнъяҡ Корея етәксеһе Ҡушма Штаттар менән һөйләшеүҙәр үткәрергә әҙерлеге хаҡында белдергән. Хакимиәткә килгәндән һуң был Ким Чен Ындың сит дәүләткә тәүге эш сәфәре.
  • Косовоның төнъяҡ райондарындағы сербтар Приштина менән бәйләүсе юлды ҡаплаған. Улар сербтар күпләп йәшәгән Косовска Мировицала махсус операция үткәреүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Полиция Сербия хөкүмәте чиновнигы-Белград менән Приштина араһында һөйләшеүҙәр алып барыусы Марко Джурчичты ҡулға алған. Ул Ксосовның бойндороҡһоҙлоҡ алыуын танырға теләмәй.