Башҡортостанда 3 апрелдән яҙ киләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда 3 апрелдән яҙ киләсәк

Республика гидрометеорологтары бына шундай белдереү яһаны.Әлегә иһә яҙ килергә ашыҡмай. Кисә яуған ҡар водителдәрҙе генә түгел, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә аптырашта ҡалдырҙы. Урам таҙартыусылар көсөргәнешле эш режимына күсерелде. Юлдарҙа авариялар артты. Апрелдең тәүге ун көнөндә лә ҡар ҡатыш ямғыр яуыр, тип көтөлә. Ай йылы килһә лә, яуым-төшөм етәрлек буласаҡ.