Быйыл республикала көслө ташҡын көтөлмәй

Тулыраҡ: Быйыл республикала көслө ташҡын көтөлмәй

Әммә белгестәр тәбиғәттең теләһә ниндәй көйһөҙлөгөнә әҙер булырға саҡыра. Шуға ла барлыҡ хеҙмәттәр әленән үк оло һыуға әҙерләнә башланы. Был сараға 7 меңдән күберәк кеше, 1 мең ярымдан ашыу берәмек техника һәм йөҙөү сараһы йәлеп ителә. Әле уларҙы махсус комиссия тикшерә. Оло һыуға әле иртәрәк булһа ла, ҡотҡарыусы көстәр уға бөгөндән үк әҙер. Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төрлө предприятие, һыу янында урынлашҡан ойошмаларҙа махсус штабтар булдырылған. Улар ташҡынды үткәреп ебәреү өсөн барлыҡ йыһаздар менән тәьмин ителергә тейеш.Өфөлә ташҡын һыуҙарын үткәреү өсөн 28 штаб, 12 пост, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 54 пункт ойошторолған. Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән әҙ, ундағы һыу запасы ла түбән. Синоптиктар, ташҡындың йыллыҡ күрһәткестәрҙән 30-40 процентҡа түбән буласағын фаразлай. Әммә был ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкин тигәнде аңлатмай.Мәҫәлән, 2016 йыл ҡар запасы уртаса булыуға ҡарамаҫтан көндәр кинәт йылытып тиҫтәләгән биләмәне һыу баҫты, былтыр иһә ҡар күп булып та апрелдә көндәр әҙләп йылытҡас ҙур һыуҙан артыҡ хәүеф булманы. Тимәк һыу ятҡылығына яҡын йәшәүселәргә әленән үк үҙенең һәм мөлкәтенең именлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Әле яуған ҡар ташҡынға артыҡ тәьҫир итмәйәсәк тип белдерә синоптиктар, әммә көндәр кинәт йылытҡан осраҡта бәләкәс йылғалар ярҙарынан сығасаҡ, сөнки быйыл ер метр ярымға тиклем туңған. Оло йылғаларҙа иһә боҙ апрелдең тәүге яртыһында ҡуҙғалыр тип көтөлә.