Был турала «Антистихия» үҙәге хәбәр итә. Республикала йәйгеһен өйөрмә, көслө дауыл булыуы һәм боҙ-борсаҡ яуыуы мөмкин. Һуңғы ваҡытта хәүефле тәбиғәт күренештәре арта. Быға климаттың глобаль үҙгәреүе һәм кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге сәбәпсе. Хәүефле күренештәр халыҡҡа һәм иҡтисадҡа зыян килтереүе, атап әйткәндә, электр сымдарын өҙөүгә, биналарҙы емереүгә, ағастарҙы ауҙарыуға, һыу баҫыуға, транспорт һәм юл хеҙмәттәре эшен тотҡарлауға, шулай уҡ ауыл хужалығы культураларын зыянлауға килтереүе ихтимал.
Быйыл Башҡортостан биләмәһендә хәүефле тәбиғәт күренештәре көтөлә
Тулыраҡ: Быйыл Башҡортостан биләмәһендә хәүефле тәбиғәт күренештәре көтөлә