Хәүефһеҙлек мәҙәниәтен үҙгәртергә кәрәк

Тулыраҡ: Хәүефһеҙлек мәҙәниәтен үҙгәртергә кәрәк

Бөгөн Өфөлә эш урынында йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған конференция үтә. Волга буйы федераль округы төбәктәренең хеҙмәт өсөн яуаплы министрҙары һәм белгестәр ҡатнашлығындағы ултырышта Хеҙмәт Кодексына үҙгәрештәр индереү тәҡдиме яңғыраны. Эш урынында йәрәхәт алыу осраҡтарының 70 проценты кеше факторына бәйле, ә тикшереү барышында документ буйынса барыһы ла яҡшы булып сыға. Хәүефһеҙлеккә битараф ҡараш йәмғиәттә күптән нығынған, бөгөн закондар менән бергә кешеләрҙең үҙаңын да үҙгәртергә кәрәк. Кемроволағы фажиғә ошондай битараф ҡараш эҙемтәһе тиелде ултырышта.