Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы-сәсеү эштәренә әҙерләнә

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы-сәсеү эштәренә әҙерләнә

Башҡортостанда һәр ваҡытта яҙғы сәсеүгә етди әҙерләнәләр. Быйыл да хужалыҡтар орлоҡ менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителде. Минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Ҡайһы бер райондарҙа тракторҙар һәм тағылма инвентарь тулыһынса әҙер. әбәрсе. Башҡортостан хужалыҡтары йылдан йыл сәсеү майҙандарын арттыра. Быйыл республика буйынса 15 мең гектарға күберәк майҙанда баҫыу эштәре атҡарыласаҡ. Аграрийҙар яҡшы килем килтергән – етен, нут, яҫы борсаҡҡа иғтибар бүлә. Тәбиғәт шарттары уңай булып, һауа торошо мөмкинлек бирһә, ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл сәсеүҙе 3 аҙнаға иртәрәк башларға иҫәп тота. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрель нормаға ярашлы, ә май йылыраҡ буласаҡ. Иртәгә Яңауыл районында Башҡортостандың төнъяҡ зонаһы агрономдары өсөн ауыл хужалығы кәңәшмәһе уҙғарыла. 4-се апрелдә иһә Салауат районында төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа эшләүсе белгестәр йыйыла.