Бындай хәлгә уларҙы төҙөүсе компания этәрә. Халыҡ күмпе генә ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итмәһен, мәсьәлә хәл ителмәй. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн Куликовтар бөтә көсөн һәм аҡсаһын һалған. Үҙҙәренең бер бүлмәле фатирын, автомобилен һатып, яңы торлаҡ алабыҙ, тип төҙөүсе компанияның тоҙағына эләгә.Хәҙер ғаилә ике кредит түләй, ҡулдан килгәнсә бурыстарын ҡайтара, ике бала менән ваҡытлыса ҡуртымға алған фатирҙа ыҙалап йәшәй. Төрлө инстанцияларҙың тупһаһын күпме генә тапамаһындар, биш йыл эсендә был мәсьәлә хәл ителмәй. Стәрлетамаҡтағы был элекке хәрби часть ерҙәре 2016 йылда ҡала хаҡимиәтенә тапшырыла. Ул алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итергә тәғәйенләнә. Һәм ниһәйәт, бер йыл эсендә тәүге йортто төҙөй ҙә башлайҙар. Әммә кешеләрҙең ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Асыҡланыусынса, төҙөүсе компания улар тураһында бөтөнләй хәбәрҙар булмай сыға. “Добролюбово” микрорайонында төҙөләсәк йорттарҙың 10 процентын алданған өлөшсөләргә вәғәҙәләйҙәр. Шуға инвесторҙарҙың сығымын кәметер өсөн дәүләт ярҙамында коммуникация ла үткәреүгә аҡса ла бүленгән. Әммә төҙөлөш барышы менән танышырға килгән өлөшсөләрҙе шаҡ ҡатырғыс хәбәр көтә.Йылдар буйына дауам иткән ығы-зығыны ҡайһы берәүҙәрҙең һаулығы һәм йөрәге күтәрә алмай, яҡты донъя менән хушлашҡан. Сөнки алданыусылар араһында өлкән йәштәгеләр ҙә байтаҡ. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың муниципалитеттар етәкселәренә ҡаты мөрәжәғәтен ишеткәндән һуң өлөшсөләр мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышана.Стәрлетамаҡтар ҡала хакимиәте башлығынан ярҙам һорауҙан туҡтамай. Әммә ул аныҡ яуап ҡайтармай, ә закондарҙың камил булмауына һылтана.Инвестор табылған осраҡта ла, граждандарға үҙҙәренең кеҫәһенән тағы ла өҫтәп аҡса түләргә тура килә. Ә вәғәҙә иткән йорттарҙан уларға өлөш сығармаған осраҡта, кешеләр киҫкен саралар күрергә лә риза. Сөнки түҙемлектең дә сиге бар.
Стәрлетамаҡтағы алданған өлөшсөләр яңы төҙөлөп килгән йортто баҫып алыу менән янай
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡтағы алданған өлөшсөләр яңы төҙөлөп килгән йортто баҫып алыу менән янай