Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә сауҙа үҙәге янып китте

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә сауҙа үҙәге янып китте

Күнекмә сценарийы буйынса ҙур сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында янғын сыға. Магазин хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ тейешле саралар күрә башлай. Сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре иң беренсе халыҡты эвакуацияларға тейеш. Ут сыҡҡан ваҡытта магазин эсендә 100-ҙән ашыу кеше була. Янғын тураһында иғлан ителгәс тә, кешеләр шунда уҡ сығыу урынына юлланды. Дөйөм алғанда халыҡ үҙен тыныс тота, әммә, балалары менән килгәндәр борсола ине. Янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етте. Улар тәүҙә сыға алмай ҡалғандарҙы эвакуацияланы. Һуңынан тиҙ арала уттың ҡайҙан сығыуын асыҡлап, уны һүндерә башланы. Магазин ике ҡатлы, беренсеһендә аҙыҡ-түлек һәм төрлө көнкүреш әйберҙәре һатыла. Улар тоҡанып китһә, янғын һүндереүселәргә эш тағы ла ҡатмарлаша. Янғын һүндереүҙә 4 автомобиль һәм 16 кеше ҡатнашты. Улар сауҙа үҙәгенең эсендә генә түгел, ә түбәһе емерелеп төшмәһен өсөн ҡыйыҡта ла эшләне. Янғын һүндереүселәр махсус автомобиль ярҙамында утты һүндерҙе. Был автомбильдең баҫҡысы кешеләрҙе эвакуациялау өсөн дә тәғәйенләнгән. Ул 1 минут эсендә 18-се ҡатҡа күтәрелә ала. Сауҙа үҙәгенән хеҙмәткәрҙәр 100-ҙән ашыу һатып алыусыны эвакуацияланы, ә янғын һүндереүселәр 11 кешене ҡотҡарҙы. Кемероволағы фәжиғәнән һуң, Башҡортостанда ла барлыҡ сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре тикшерелә. Ошо көндәрҙә башҡа объекттарҙа ла ошондай күнекмәләр үтәсәк.