Башҡортостан илдә уңышлы эшләп килгән "һаҡсыл поликлиника" проектында ҡатнашҡан 6 төбәк исемлегендә. Эштең ойошторолоуын иҫәпкә алғанда беҙҙең республика төрлө күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә. Был турала "һаҡсыл хөкүмәт" пилот проекты буйынса үткән кәңәшмәлә проект етәксеһе Владимир Арженцов белдерҙе. “Росатом”дың пилот проекты республиканың 4 медицина учреждениеһында ыңғай һөҙөмтә бирә. Рөстәм Хәмитов эш сәфәрендә Өфөләге 32-се поликлиника эше менән ҡыҙыҡһынды. Поликлиникаға килеп инеү менән ғәҙәттәгесә сират түгел, ә йылмайған хеҙмәткәрҙәр ҡаршы ала. Был хыял түгел, хәҙер ысынбарлыҡ. "Һаҡсыл поликлиника" проекты сиктәрендә Өфөнөң 32-се дауаханаһында булған үҙгәрештәрҙе бигерәк тә пациенттар ҡыуанып ҡабул итә.“Һаҡсыл поликлиника” проектында ҡатнашыу пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең юғары сифатын күҙ уңында тота. Табиптарҙың үҙҙәренә лә бындай шарттарҙа эшләүе күпкә уңайлыраҡ. Йыл аҙағында “һаҡсыл поликлиника”ла мәғлүмәт киоскы ла урынлаштырылған. Ул мөмкинлектәре сикләнгән, насар ишеткән һәм насар күргән кешеләргә тәғәйенләнгән. Бында табиптарҙың исемлеге, ҡабул итеү ваҡыты һәм башҡа дөйөм мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Федераль проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы объекттың эше менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов та танышты. Өфөнөң 32-се поликлиникаһында пациенттарҙы хеҙмәтләндереү юғары сифатта ойошторолған. Сөнки проекттың төп маҡсаты – дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа уңайлы мөхит булдырыу һәм кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү.Бында "һаҡсыл хөкүмәт" пилот проекты буйынса кәңәшмә лә үтте. Унда проекттың һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарында нисек индерелеүе һәм ғәмәлдәге торошо тураһында һүҙ барҙы.
Киләсәк поликлиникаһы-Өфөлә
Тулыраҡ: Киләсәк поликлиникаһы-Өфөлә