- Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәге идарасыһы Надежда Судденок ҡулға алынды. Ул 1 айҙа 29 көнгә һаҡ аҫтында ҡаласаҡ. Судденок үҙенең ғәйебен таныманы. Суд ҡарарына ул 3 тәүлек эсендә дәғүә белдерә ала. Сауҙа үҙәгендәге янғында 64 кеше, шул иҫәптән 41 бала һәләк булғайны.
- Санкт-Петербургта автосалон янған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр һәм салон клиенттары-100-ләгән кеше бинанан сығып өлгөргән. Затлы машиналар янып бөткән. Автосалон етәкселеге хәбәр итеүенсә, ут янғынға ҡаршы сигнализацияны тикшергәндә сыҡҡан.
- Элекке полковник Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙы Солсбери ҡалаһында үҙ йортоноң ишеген тотҡандан һуң ағыуланған. Бөйөк Британия полицияһы ағыулы матдәләрҙең тап ишек янында күп тупланыуын асыҡлаған. Тереза Мэй Скрипалдәрҙе ағыулауҙа Мәскәүҙең ҡатнашлығы бар тип белдерә. Әммә быны раҫлаусы дәлилдәр юҡ.
- Парижда меңләгән кеше, шул иҫәптән билдәле сәйәсмәндәр антисемитизмға ҡаршы манифестацияға сыҡты. 85 йәшлек Мирей Кнольды үлтереү тап уның милләтенә бәйле булыуы ихтимал. Демонстрация барлыҡ оппозиция вәкилдәрен берләштергән. Улар антисемитизмды тамырынан ҡоротоу кәрәклеген белдергән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре