Хужалыҡта ла, ялда ла кәрәкле техника

Тулыраҡ: Хужалыҡта ла, ялда ла кәрәкле техника

Өфө районында йәшәүсе үҙ ҡулы менән үҙенсәлекле техника эшләгән. 3 тәгәрмәсле тимер ат йәки трицикл эшләү Олег Йәрмөхәмәтовтың бала саҡ хыялы. Кәрәкле запас часттар йыйғас, ул күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Үҙенсәлекле техниканы йыйыу күп сығымдар талап итмәгән. Мотоцикл нигеҙендәге тимер атҡа кәрәкле запас частәрҙе һәр магазинда алырға була, ти йүнсел. Башҡортостан кулибины йәш саҡтан ике тәгәрмәсле техника менән мауыға. Уның коллекцияһында бер нисә мотоцикл, хәҙер уларға үҙ ҡулдары менән эшләгән трицикл да өҫтәлгән.“Урал” мотоциклы һәм еңел автомобиль нигеҙендә эшләнгән үҙенсәлекле техника менән йәйен дә, ҡышын да йөрөй ала. Ә иң мөһиме – ул хужалыҡта алмаштырғыһыҙ бер ярҙамсы булып тора.Йәйгеһен был техника атты ла алмаштара. Йүнсел ауылдаштарына кәрәкәндә ҡомон да, бесәнен дә ташып бирә.Олег Йәрмөхәмәтов уйлап тапҡан техника ҡулланыуҙа уңайлы, яғыулыҡты ла аҙ сарыф итә. Әле тырыш тимер атын буяп, ҡара яҙға әҙерләй.