Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк

Тулыраҡ: Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағына өҫтәмә аҡсалар бүленә. Был өлкәләге яңы обьекттарҙы сафҡа индереү өсөн республика 15 миллиард һум йүнәлтергә әҙер. Ошо турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе. Федераль ведомство кәңәшмәһендә сығыш яһап, Рөстәм Зәки улы онкодиспансер, кардиоүҙәк өсөн яңы корпустар, балалар поликлиникалары кәрәклеге тураһында әйтте. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Рәсәй ҡаҙнаһы ярҙамына өмөт итә.