Ашыҡҡан поезд аҫтында ҡалған

Тулыраҡ: Ашыҡҡан поезд аҫтында ҡалған

Поезд юлы аша сыҡҡанда тағы ла ике кеше һәләк булды. Нагаево ауылы янында автомобиль Силәбенән Һамарға китеп барыусы поезд аҫтында ҡалды. Автомобиль водителе, 23 йәшлек егет һәм уның пассажиры, 31 йәшлек ир урында уҡ һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобиль яҡынлашып килгән поезд алдынан үтеп ҡалырға ашыҡҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 19 сентябрь Өфө янындағы Зинино ауылында тимер юл аша сығыу урынында ҡот осҡос авария теркәлгәйне. Еңел автомобиль ҙур тиҙлектә махсус сигналдарын ҡысҡыртып килеүсе поезд аҫтында ҡалды. Составҡа бәрелеү менән машина юл ситенә оса. Водитель, 55 йәшлек ҡатын урында уҡ һәләк булды.