Боҙбармаҡтар һөжүмгә әҙерләнә

Тулыраҡ: Боҙбармаҡтар һөжүмгә әҙерләнә

Бөгөндән республикала көндәрҙе йылыта башлай. Ошо сәбәпле, ҡыйыҡ баштарынан ҡарҙың һәм боҙбармаҡтарҙың күпләп шыуып төшөүе ихтимал. Яҙ етеү менән күп ҡатлы йорттар ҡыйығынан ҡарҙың шыуып төшөүе, шул сәбәпле халыҡтың йәрәхәтләнеүе күптәрҙе борсой. Быйыл иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыйыҡтағы ҡарҙы таҙартыуҙы иртә башланы. Шулай ҙа ҡайһы бер ҡыйыҡтар ҡарҙан таҙартылмаған әле.һауа торошоноң да ҡапыл үҙгәреүсән булыуы сәбәпле, кемдер йығылып йәрәхәтләнә, кемдеңдер өҫтөнә ҡар өйөмө төшә. Шуға ла дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны бихисап.Ҡыйыҡтан көтмәгәндә ҡарҙың шыуып төшөүе машиналарға ла һур зыян килтерә.Әйткәндәй, ҡыйыҡ башынан шыуып төшкән ҡар күршеләр араһында ғауға ла тыуҙыра. Демешевтар ғаиләһенең урамына эргәләге йорт ҡыйығындағы ҡар шыуып төшә. Шуға ла ҡышҡыһын пенсонерҙарға сиратлап ҡар көрәргә тура килә. Демешевтар ғаиләһе былтыр саҡ фажиғәғә осрамай. Тик мөғжизә ярҙамында иҫән тороп ҡала.Бындай хәл беренсегә ҡабатланмай, тип зарыға улар. Үҙҙәренең йорт урамында ҡурҡып йәшәгән ғаилә, ҡарҙың урамға төшөүен видеоға яҙҙырта.Республика гидрометеорологтары хәбәр итеүенсә, апрель башынан яҙ киләсәк. Көндөң ҡапыл йылынып китеүе арҡаһында юлдар үтә алмаҫлыҡ хәлгә әйләнеүе ихтимал. Йыл һайын Рәсәйҙә ҡыйыҡ баштарынан ҡар йә иһә боҙбармаҡтар төшөү сәбәпле тиҫтәләгән кеше ғүмере өҙөлә. Шуға ла күп ҡатлы йорт эргәһенән үткәндә иғтибарлыраҡ булырға һәм ҡыйыҡ башында ҡар таҙартыусыларға ҡамасауламаҫҡа кәңәш ителә.