Рәсәйҙең Америкалағы илсеһе Анатолий Силуанов белдереүенсә, Ҡушма Штаттарҙың махсус хеҙмәттәре Рәсәй дипломаттары менән бәйләнешкә инеп, уларҙы хеҙмәттәшлек итергә саҡырған. Ул шулай уҡ Американың Рәсәй дипломатик милкен ҡулға алыуға үҙ мөнәсәбәтен белдереп, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы мотлаҡ дәғүә белдерәсәк, тигән.Рәсәй оборона министрлығы Плесецк космодромында континент-ара “Сармат” баллистик ракетаһына уңышлы һынау үткәрҙе. Был икенсе уңышлы һынау. “Сармат” 16 мең саҡырым үтеүгә һәм бер-нисә объектты бер юлы юҡ итеүгә һәләтле.Рязань янында һауа-десант ғәскәрҙәренең команда-штаб күнекмәләр үтте. Ил-76 самолеттарынан меңдән ашыу хәрби һәм 24 хәрби машина парашюттар ярҙамында ергә төштө. Газа секторы сигендә меңләгән фәлестин “Кире ҡайтыу маршына” йыйылған. Уларҙы ҡыуалау өсөн Израиль дрондар ҡулланған, акцияла ҡатнашыусыларға ҡарата шулай уҡ ҡорал да ҡулланылған.Германияның Фесто компанияһы ике яңы робот эшләгән. Улар ярғанат һәм тәкмәс атыусы үрмәксе. Роботтар сенсорҙар системаһы менән йыһазландырылған һәм үҙаллы оса һәм йөрөй ала. Ярғанатҡа ла, тәкмәс атыусы үрмәксегә лә автопилот ҡуйылған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре