“Берҙәм Рәсәй” партияһы праймеризында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы праймеризында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Уның һөҙөмтәһендә исемлектең тәүге баҫҡыстарын биләүселәр 16 сентәбрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Партияның төбәк сәйәси советының кәңәшмәһе Рәсәй президенты һайлауҙарына йомғаҡ яһауҙан башланды. Башҡортостанда һайлаусыларҙың 75 %-ы тауыш биргән. Хәҙер ошондай уҡ әүҙемлек менән республика парламентына һайлау үткәреү кәрәк тине, партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачёв. Праймериз һөҙөмтәһендә исемлектең тәүге баҫҡыстарын биләүселәр 16 сентябрҙә үтәсәк Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Праймеризда “Берҙәм Рәсәй” генә түгел, ә хөкөмгә тарттырылмаған, сит илдә иҫәбе һәм вклады булмаған, башҡа сәйәси партияларҙа тормаған ағзалар ҡатнаша ала. Алдан һайлауҙар өс этапта үтә. 2 апрелдән 8 майға тиклем ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. 13 апрелдән 27 майға тиклем -дебаттар ваҡыты. Ә алдан тауыш биреү көнө 3 июнгә тәғәйенләнгән. Йәмғеһе 110 депутат һайларға кәрәк. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтарҙан, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса – ул сәйәси партиялар вәкилдәре. Шул уҡ ваҡытта, республикала Белорет районының Абҙаҡ ауыл советына депутаттар һайланасаҡ, өҫтәмә һайлауҙар булыуы ла ихтимал.