Кисәге көн иртәгә тарихҡа әйләнә

Тулыраҡ: Кисәге көн иртәгә тарихҡа әйләнә

45 мең рулон радиотапшырыуҙар таҫмалары менән тиҫтәләгән видеокассета. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы тапшырыуҙар архивын ойоштора. Кисәге көн иртәгә тарихҡа әйләнә. Электрон мәғлүмәт сараларының цифра форматына күсеүе менән магнит таҫмалар кәштәләрҙә урын алды. Телевидение менән радиоға бар ваҡиғаларҙы аныҡ теркәп яҙмаларҙа һаҡлауҙы закон йөкмәтһә, тапшырыуҙарҙы түкмәй-сәсмәй хәтер һандығына тултырып тарихҡа ихтирам күрһәтеү хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ тәҡдиме менән башҡарыла.