Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Тулыраҡ: Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа авариялар артыуға борсолоу белдерҙе. Водителдәр һауа шарттарын иҫәпкә алмай, тиҙлекте арттыра. Шул сәбәпле юл-транспорт фажиғәләре теркәлә. М-5 трассаһында ауыр йөк машинаһы тайғаҡ юлда туҡтай алмай алдағы машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә 4 автомобиль зыян күрҙе. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, был аварияла һәләк булыусылар юҡ.