Рәсәйҙә барлыҡ сауҙа үҙәктәрендә кинотеатрҙар һәм балалар өсөн уйын комплекстары беренсе ҡатҡа күсереләсәк. Дәүләт Думаһында тиҙҙән ошо турала закон проектын әҙерләү ҡарала. Сауҙа үҙәктәре быйыл уҡ тейешде үҙгәртеп ҡороуҙарға тотонор, тигән ышаныс белдерҙе түбәнге палатаның именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты вәкиле Анатолий Выборной. 25 мартта Кемеровола “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғында 64 кешенең, шул иҫәптән 41 баланың ғүмере өҙөлдө. Асыҡланыуынса, бында кинотеатрҙар һәм балалар өсөн уйнау урындары өҫкө ҡатта урынлашҡан булған.
Сауҙа үҙәктәрендә үҙгәртеп ҡороуҙар
Тулыраҡ: Сауҙа үҙәктәрендә үҙгәртеп ҡороуҙар