Бөгөн республика Хөкүмәте президиумында ла ғаиләләр, дөрөҫөрәге күп балалы ғаиләләр именлегенә бәйле мәсьәләләр күтәрелде.Улар күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға һәм тәбиғәтте һаҡлауға ҡайтып ҡалды. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүҙе законлаштырыу ҡарала. Ул муниципаль иҫәптән башҡарыласаҡ, тип күҙаллана. Төбәк бюджетынан балаларҙың йәйге ялын хәүефһеҙ ойоштороуға һәм төҙөкләндереү эштәренә аҡса бүлеү тураһында һүҙ алып барыла. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыуҙы ойоштороусы төбәк операторҙарын билдәләүгә бәйле ҡарар проекты менән таныштырҙы. Үҙгәрештәргә ярашлы, төбәк операторҙары ҡыйлыҡтарҙы күҙәтеү аҫтына ала һәм ер хужалары менән берлектә эш итәсәк.
Хөкүмәт президиумы ултырышы
Тулыраҡ: Хөкүмәт президиумы ултырышы