Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы Ҡазағстандың Һары-Шаған полигонында яңы төр ракетаға уңышлы һынау үткәрҙе. Ракета билдәләнгән сәпте билдәләнгән ваҡытта юҡ иткән. Был төр ҡорал Мәскәүҙе һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән һәм тиҙҙән хәрби-космос көстәре ҡарамағына тапшырыласаҡ.Ереван уртаһындағы ресторандарҙың береһендә шартлау яңғыраған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ашханала кислород тултырылған баллон шартлаған. 8, шул иҫәптән Рәсәйҙән 3 кеше йәрәхәттәр алған.Католиктар пасханы билдәләй. Ошо байрам уңайынан Латин Америкаһы илдәрендә Иуда ҡарасҡыһын яндыралар. Әммә Венесуэлала ҡанундарҙан тайпылып был юлы Америка президенты Дональд Трамп ҡарасҡыһына ут төрткәндәр. Воронежда 15 экстремал Дон буйлап боҙҙа аҡҡан. Ҙур боҙ киҫәге аҡҡан арала йәштәр волейбол уйнап, вейкбордта йөрөп йөрөп, хатта усаҡ яғып өлгөргән. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған экстремалдарҙы ниндәй яза көткәне билдәле түгел.