Хәбәрҙәр рейтингы

Тулыраҡ: Хәбәрҙәр рейтингы

Яңылыҡтар рейтингында Рәсәй-Башҡортостан телеканалы иң юғары урында. Был мәғлүмәтте Медиаскоп компанияһының Өфөлә аҙна һайын үткәргән иҫәпләүҙәре дәлилләй. Хәбәрҙәрҙең 20 сәғәт 45, 17 сәғәт 40 һәм 11 сәғәт 40 минуттағы сығарылыштары беренсе өс урынды биләй. Башҡа каналдағы яңылыҡтар программаларынан уларҙың өлөшө ете пунктҡа алдараҡ. Хәбәрҙәр-Башҡортостан тамашасыларына яңылыҡтарҙы башҡорт телендә көн һайын тапшырыу бары 2015 йылдың апреленән башланды. Бөгөн беҙҙе миллионлаған кеше көтөп ала. Медиаскоп компанияһы мәғлүмәттәре иһә марттың һуңғы аҙнаһында башҡортса Хәбәрҙәрҙе тотош телевизор ҡараусыларҙың 8 проценты ҡарауын раҫлай. Был ҡаҙанышты йәнә яҡшыртыр өсөн хеҙмәттәштәребеҙ тырышлығын йәлләмәй. Республика халҡына бар яңылыҡты ентекләп, асыҡ һәм теүәл тапшырабыҙ. Хәбәрселәр халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡала, ауыл кешеләренең бер генә мөрәжәғәте лә яуапһыҙ ҡалмай. Телевизор ҡараусы дуҫтарыбыҙ беҙҙең тапшырыуҙарҙы көнкүрештә осраған ҡатмарлы мәсьәләләрен сисергә ярҙам итеү ҙә, өлгәшкән уңыштарын танытыу сараһы булараҡ та файҙалана. Көн дә иртән эфирға биҙәк өҫтәгән “Хәйерле иртә, Республика” программаһы иһә күптәр өсөн тәьҫораттар уртаҡлашыу урынына әүерелә. Башҡортостан халҡының 95 проценты хәҙер беренсе мультиплекс программаларын бушлай ҡарай. Рәсәй телерадиотапшырыуҙар селтәренең Башҡортостандағы цифра телеселтәре илдең Европа өлөшөндә иң ҙуры. Ике йыл ярым арауыҡта республика биләмәһендә 216 станция юғары сифатлы телесигнал тапшыра башланы. Телевизорҙарын махсус антенна ҡуйып уны цифра ҡоролмаһына тоташтырған тамашасылар ун телеканал менән бер рәттән “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы”, “Хәбәрҙәр-ФМ” һәм “Маяҡ” радотапшырыуҙарын да ҡамасауһыҙ тыңлай ала. Тимәк, тәүлек әйләнәһенә хәбәрҙар булып ҡала. Мәғлүмәттәрҙе тиҙ, теүәл һәм тулы күләмдә еткереү бурысына беҙ һәр саҡ тоғро.