Эштәге ҡаҙаныштарына юғары баһа алған биш тиҫтәгә яҡын ватандаштарыбыҙ араһында беҙҙең хеҙмәттәштәр ҙә бар. Тура эфир телефонын йыйып эфирға тура сығып була, тип уйлағандар яңылыша. “Хәйерле иртә, Республика” тамашасыһына хәйерле иртәне иң тәүҙә Рәмзит Абуляев теләй. Мөхәррир һәр кемдең исем шәрифен белешеп көндәлегенә теркәп ҡуя, тик телевидение тапшырыуы өсөн мөһим белешмәне бирә. Рәмзит Рәшит улы башҡа һөнәр менән шөғөлләнгәнеүен күҙ алдына ла килтермәй.
“Ғүмерем яңылыҡтарға сиселмәҫлек бәйләнгән. Үҙем генә түгел яҡындарым, туғандарым, дуҫтарымдың да шулай”, - ти.
Хеҙмәт юлын радионың яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе булараҡ башлаған коллегабыҙ сирек быуатҡа яҡын яңылыҡтарға сумып эшләй. Хәбәрҙәрҙең үҙе кеүек үк, хәбәрҙәрҙе тапшырыусының да һөйөнөс тә, көйөнөс тә мәлдәре осрай. Уҡытыусы, йырсы, башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе һынап ҡарап Башҡортостан радиоһына саҡырыу алған Люциә Тимербаева 1992 йылдан тапшырыуҙарҙы музыкаль биҙәүсе эшенә бар булмышы менән бирелгән. Ул радионың алтын фондын тулыландырыуҙағы үҙ өлөшө менән ғорурлана ала. 30 йылға яҡын арауыҡта ниндәй генә төрлө тапшырыу яҙылмаған да, уға ниндәй генә хистәр һалынмаған. Люциә Хәбир ҡыҙы әҙәби-музыкаль композицияларҙы һағынып хәтергә ала. Дәүләт-ара һәм халыҡтар-ара дуҫлыҡ күперҙәрен һалыусылар араһында ойошмалар ҙа, шәхестәр ҙә бар.
Республика башлығы ҡулынан Салауат Юлаев орденын бөгөн Үзбәкстан башҡорттарының мәҙәни үҙәге рәйесе Илшад Хәсәнов алды. Хеҙмәтенә күрә хөрмәт ҡаҙанған яҡташтарыбыҙ араһында иҡтисад белгестәре, юл төҙөүселәр, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, спорт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар. Барыһы ла үҙе һайлаған хеҙмәт юлында фиҙаҡәрлек күрһәтеп республика һәм илебеҙҙең ҡеүәтен нығыта, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға тос өлөшөн индерә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы һәр саҡ тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо меннә һуғарыла. Хеҙмәт ҡаҙаныштарына юғары баһа алған 51 ватандашыбыҙҙың һөйөнөсөн бөгөн бергәләп уртаҡлашабыҙ.