Нефтекамала Үҙәк баҙарҙа сыҡҡан янғын бөгөн һүндерелде

Тулыраҡ: Нефтекамала Үҙәк баҙарҙа сыҡҡан янғын бөгөн һүндерелде

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғын һүндереүселәргә бөгөн төнө буйы тиерлек ут менән көрәшергә тура килде. Янғын иртәнге сәғәт биштә генә һүндерелде. Кемероволағы хәлдән һуң ил буйынса янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә контроль көсәйтелде. Рейд артынан рейд ойошторолдо. Бына ошондай шарттарҙа Нефтекамалағы Үҙәк баҙарҙа ни өсөн янғын сыҡҡанын тәфтишселәр асыҡлаясаҡ.