Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр милектән аҡса эшләү юлын тапҡан. Улар өйҙөң ҡыйығын ҡуртымға бирә. Бындай мөмкинлектән күптәр файҙалана ала, әммә үҙ мөмкинлектәрен һәм хоҡуҡтарын белмәй. Йорт ҡыйығында 15 йыл элек урынлаштырылған станция бында йәшәүселәр өсөн тере аҡса моҡсайы. 2013 йылға тиклем был хаҡта бер кем дә белмәй. Унан милекселәр йыйылышып телефон операторы менән тура килешеү төҙөй. Йортта йәшәүселәрҙең береһен һайлап, уға иҫәп асалар. Йыйылған аҡсаға подъезд тәҙрәләрен, ишектәрҙе, электр иҫәпләү ҡоролмаһын яңыртып, коридорға плитә түшәтәләр. Йортто вандалдарҙан һаҡлау маҡсатында тышта һәм подъезд эсендә 8 камера ҡуйҙыралар. Был эшкә 100 мең һум тирәһе аҡса талап ителә, сумма шулай уҡ дөйөм иҫәптән алына. 5 йыл эсендә йорт күҙгә күренеп үҙгәрә.
Был йорт хужалары ла дөйөм милектән аҡса эшләү юлын тапҡан. Интернет провайдерҙан һәм реклама өсөн стенаны файҙаланған компаниялар йылына 10 меңдән ашыу аҡса түләй. Әммә ул идарасы компания иҫәбенә күсә, ә йортта йәшәүселәр сумманың нимәгә тотонолғанын күҙәтеп бара. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың бер ярым процентында ғына законлы түләйҙәр. Ҡалғандары йортҡа ҡуйылған реклама, йә ҡыйыҡ башындағы станция, антенна өсөн кемдер аҡса алып ятҡанын белмәй. Әгәр йортта ҡуртымға бирелгән квадраттар бар икән, тимәк идарасы компаниянан суммаларҙың ҡайҙа тотонолғанына хисп һорарға кәрәк. Кире осраҡта реклама компанияһы йә телефон операторы менән тура килешеү төҙөргә мөмкин.