Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды

Тулыраҡ: Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды

Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, республикала армияла хеҙмәт итеүгә уртаса яраҡлыҡ күрһәткесе 73 процент, йәғни йәш кешеләрҙең дүрттән бер өлөшөн медицина комиссиялары хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип таныған. Яҙғы саҡырылышта республиканан биш мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Был үткән йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ. Сөнки Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабы ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны ил буйынса ҡыҫҡарасағы хаҡында белдерҙе. Был контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуына бәйле.