Ауыл хужалығы өсөн мөһим осор башланып тора

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы өсөн мөһим осор башланып тора

Уңған хужалар себеш, бәпкә хәстәрләүҙе бөгөндән үк башлап, ҡураларын ҡош-ҡорт менән тултыра.

Дүртөйлө районы Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһында иһә быйыл яҡынса ярты миллион бәпкә сығыуы күҙаллана. Илүзә Музипова Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһында ун йылдан ашыу эшләй. Һәр көнөн ошо эшкә бағышлаған ханым бәпкә, себештәрҙе дөрөҫ аҫрау серҙәрен, уның бөтә үҙенсәлектәрен белә. Фабрикала иһә ҡоштар һаны артҡандан–арта. Себештәрҙе көҙ һанайҙар, тиһәләр ҙә, Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһында буласаҡ ҡошсоҡтар йомортҡа сағында уҡ һынау үтә. Фабрикала быйыл ғына 150 мең бройлер һәм 300 мең ҡаҙ бәпкәһе сығыуы көтөлә. Һәр йомортҡа инкубаторҙа үҫешә. Уларҙың ятҡан урыны йылы ла, уңайлы ла булырға тейеш, ти хеҙмәткәрҙәр. Бөтә уңайлыҡтарға ирешкәндә генә, һәр аҙна һайын 10-11 мең бәпкә сығыуы күҙаллана. Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһындағы ҡаҙ бәпкәләрен яҙ етеү менән сиратҡа тороп һатып алалар. Бәпкәләрҙең сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзан булыуы ла һәр хужабикәне әйҙәй. Әйткәндәй, был себештәрҙе бөтә республиканан килеп алалар. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, йылдан йыл уларҙың һаны артҡандан арта. Мәҫәлән, Удмуртияға ғына 4500 себеш ебәрелә. Ун йыл элек бында хужалыҡ бөлгөнлөктә булһа, хәҙер иһә хатта Ырымбур, Силәбе, Ҡаҙағстан, төньяҡ Кавказ, Удмуртия, Татарстан хужалыҡтары ла йыл һайын себештәрҙе Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһынан алыуҙы хуп итә. Ауыл хужалығын үҫтереү маҡсаты менән фабрикала 10 эш корпусы һәм 60 эш урыны булдырылған.Быйыл Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһында яҡынса 500 мең бәпкә сығыуы көтөлә. Бынан тыш, алдағы йылдарҙа ла уларҙың һанын күбәйтеү өсөн яңы корпустар төҙөү күҙ уңында тотола.