Интернет менән ҡулланыусылар Сипайлово биҫтәһендә йорт араларын яйлап ҡына һыу баҫа башлауы тураһында хәбәр итә.Айырым урамдарҙан йәйәүләп кенә түгел, машина менән дә үтерлек түгел. Һыу тубыҡтан. Ҡар һыуы урамдарҙы тултыра. Ҙур йылғаларҙа быйыл көслө ташҡын көтөлмәй. Әммә белгестәр тәбиғәттең теләһә ниндәй көйһөҙлөгөнә әҙер булырға саҡыра. Өфөлә ташҡын һыуҙарын үткәреү өсөн 28 штаб, 12 пост, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 54 пункт ойошторолған.
Ҡарҙар ирей һыу таша
Тулыраҡ: Ҡарҙар ирей һыу таша