Рәсәй президенты эскән килеш машина йөрөткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу шарттарын һәм водителдең ҡанында алкоголь миҡдары күрһәткесен билдәләү тураһындағы ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, водитель ҡанында этил спирты 0,3 граммдан артып китә икән, ул административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әлегә тиклем был күрһәткес 0,16 миллиграмдан артмаҫҡа тейеш ине. Ҡанунды боҙған осраҡта 30 мең һум күләмендә штраф менән ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡаралған.
Эскән килеш руль артына ултырыусылар иғтибарына
Тулыраҡ: Эскән килеш руль артына ултырыусылар иғтибарына