Өфөлә йәшәүсе Рәзинә Сәрүәрова ун йыллап үҙ торлағы өсөн көрәшә. Бер нисә ғаилә йәшәгән урамда яңы күп ҡатлы йорт төҙөлөү сәбәпле, урындағы халыҡты яңы фатирға күсерәләр. Әммә тиҙҙән төҙөлөш ойошмаһы көрсөккә эләгә. Шуға ла ике ғаилә ташландыҡ йортта тороп ҡала. Рәзинә Сәрүәрова һөйләүенсә, йорт иҙәненә ҡышҡыһын әллә нисә балаҫ түшәһәң дә, һыуыҡ үтәнән-үтә инә. Емерелергә торған һәм йоҡа стеналы, ярыҡ иҙәнле йортта ул ун йыл донъя көтә. Өй янындағы урында төҙөлөш ойошмаһы яңы күп ҡатлы йорт төҙөләсәк тип белдергәс, урындағы халыҡтың яртыһын икенсе торлаҡҡа күсерәләр. Төҙөлөш эше башланып та өлгәрмәй — ойошма көрсөккә эләгә. Шунлыҡтан бер нисә ғаилә ташландыҡ йортта ҡала. Аптырашта ҡалған ханым торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һорап, судҡа мөрәжәғәт итә, әллә күпме ғариза яҙа. Тик барыһы ла – бушҡа. Рәзинә Сәрүәрова бигерәк тә үҙе һәм был юлдан үтеүселәр өсөн ҡурҡа. Сөнки ташландыҡ йортҡа асарбаҡтар, эскеселәр, берәҙәк эттәр йыйыла. Бынан тыш, урамдың ҡапҡаһы асыҡ саҡта, барлыҡ сүп-сар ошо соҡорға йыйыла. Торлаҡ хужаларына уларҙы үҙҙәренә йыйырға тура килә. Тап ошо урында яңы йорт төҙөлөргә тейеш булған. Әммә инде ун йыллап был ерҙә бушлыҡ. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, уларға бигерәк тә яҙғыһын ауырға тура килә. Сөнки йыл һайын ямғыр яуып, ер уйылып төшә. Был мәсьәлә һаман хәл ителмәгәс, пенсионерҙар емерелергә торған өйҙә йәшәргә мәжбүр. Рәзинә Сәрүәрова һөйләүенсә, төҙөлөш ойошмаһы уларға үҙ аллы фатир эҙләргә ҡуша. Фатир табылғас, ойошма тәүҙә аҡса юҡлығына һылтана, һуңынан яңы йортҡа үҙҙәрен күсмәүҙәрендә ғәйепләй. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, пенсионерҙар йәшәгән йорт ташландыҡ исемлегенә инмәгән. Шуға ла был һорауҙы тик яңы төҙөлөш ойошмаһы ярҙамында ғына хәл итеп була. Хәҙер Сәрүәровтар ғаиләһенә яңы төҙөлөш ойошмаһын ғына көтөргә ҡала. Тик икенсе йортҡа күсеү мәсьәләһе оҙаҡҡа һуҙылырмы, был һорау асыҡ ҡала.
Ҡыйыҡ мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?
Тулыраҡ: Ҡыйыҡ мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?