- Индонезияның Баликпапан ҡалаһы янындағы Макасар боғаҙында нефть яна. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Ҡала хакимиәте халыҡҡа битлектәр таратҡан. Янғын сәбәпле 4 кеше һәләк булған, бер кеше хәбәрһеҙ юғалған.
- Бөйөк Британия белгестәре элекке полковник Сергей Скрипаль ағыуланған газдың сығышын асыҡлай алмаған. Был турала “Портон-Даун” тикшереү үҙәге етәксеһе хәбәр иткән. Быға тиклем Борис Джонсон үҙәк етәксеһенә һылтанып ағыу Рәсәйҙә эшләнгән тип белдергәйне. Элекке парламент ағзаһы Джордж Гэллоуэй алдашҡаны өсөн Борис Джонсонды вазифаһынан китергә саҡырған.
- Парижда социаль-иҡтисади реформаларға ризаһыҙлыҡ белдереп халыҡ урамға сыҡҡан. Митингта ҡатнашыусылар сүп-сар контейнерҙарына ут төртөп, полиция хеҙмәткәрҙәренә фаерҙар ырғытҡан.
- Американың Джорджия штатында айыр йөк машинаһы менән поезд бәрелешкән. Водитель кабинанан сығып өлгөргән. Шаһиттар полицияға фура поезд юлынан сыға алмай туҡтап ҡалды, тип хәбәр иткән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре