Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышынла еңеүҙең 73 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй ҡалаларында “Тере еңеү” тип аталған проект башланды. 1942-се йылда Уралға мотоциклдар эшләүсе завод күсерелә һәм беренсе техника һынау үтә. Ирбит ҡалаһы янында ла ошо көндәрҙә данлыҡлы М-72 мотоциклы шул осорҙағы күренештәрҙе яңынан тергеҙеүҙә ҡатнашты. Элекке фотоһүрәттәрҙе яңынан тергеҙеүҙә һәр деталгә ҙур иғтибар бүленә. Был аҡлы-ҡаралы фотола билдәле мотоуҙышсы Борис Зефиров һүрәтләнгән. Ирбит ҡалаһына эвакуацияланғандан һуң, тап уға беренсе мотоциклдарҙы һынарға тура килә. Шул ваҡыттағы фотоларға оҡшатып хәҙер музей хеҙмәткәрҙәре яңынан фотоға төшә. Проектта Ирбит ҡалаһы халҡы ҡатнашты, сиратта Төмән, Пермь, Өфө, Силәбе, Түбәнге Тагил, Магнитогорск ҡалалары. “Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә” тигән девиз менән ойошторолған сарала һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Бының өсөн 40-сы йылдарҙа төшөрөлгән фото кәрәк. Проекттың ике төп шарты бар. Уға ярашлы, һеҙ фотолағы атайығыҙ, олатайығыҙға оҡшарға тейеш. Ойоштороусылар боронғо фотолағы туғанығыҙ кеүек һеҙҙе лә камераға төшөрә. Ундағы декорацияларҙы, гримды һәм прическаны ла әҙерләй. Тағы бер шарт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ир-егеттәр фотоһын ҡабатлай. Фото нығыраҡ оҡшаһын өсөн кешеләрҙе боронғо камераға төшөрәләр.Был үҙенсәлекле проектта Башҡортостан халҡын да ҡатнашырға саҡыралар. Апрель аҙаҡтарында Рәсәй минең тарихым медия һәм тарих паркында кешеләрҙе фотоға төшөрөү була. Ошо йәһәттән Өфөгә Екатеринбургтан фоторәссамдар һәм декораторҙар килә. Һуңынан фотолар эшкәртелгәс, ошонда уҡ, Еңеү көнөнә арналған күргәҙмә асыласаҡ.
Тере еңеү
Тулыраҡ: Тере еңеү