Февралдә Өфөлә башҡорт телендә баҫылған китаптарҙы йыйыу буйынса акция иғлан ителгәйне. Тупланған 5 меңгә яҡын баҫма Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡонашаҡ һәм Сосновка райондарында күпләп йәшәүсе милләттәштәребеҙгә оҙатылды. Бында йәшәүсе башҡорттар үҙ телебеҙҙә яҙылған китаптарға мохтаж, тип белдерәләр акцияны ойоштороусылар. Тиҙҙән, бындай сара ҡәрҙәштәребеҙ йәшәүсе башҡа төбәктәрҙә лә уҙғарыласаҡ.
Милләттәштәребеҙгә-башҡортса китаптар
Тулыраҡ: Милләттәштәребеҙгә-башҡортса китаптар