Башҡортостанда "Урҙа" филиалдары ябылды. Эшмәкәрлеге тыйылған секта вәкилдәре Өфөлә һәм Белорет районында эшләгән. Прокуратура ҡарары менән улар ябылған. Секта Ҡаҙағстанда ойошторолған. Уның ағзалары йәнәһе лә үлгәндәрҙең йәндәре менән аралаша. Тилерткес үләндәрҙе яндырып еҫкәйҙәр, бер береһен ҡамсы менән туҡмайҙар. Ошондай ысул менән үҙҙәрен дауалауға ышаналар. табиптарға мөрәжәғәт итеү һәм дарыуҙар ҡулланыу ҡәтғи тыйылған. Бындай эшмәкәрлек кешеләрҙең психик һәм физик сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай, ти белгестәр.
Ҡамсылауға түҙеүселәр
Тулыраҡ: Ҡамсылауға түҙеүселәр