Иглин районында Себер түләмәһе асыҡланды

Тулыраҡ: Иглин районында Себер түләмәһе асыҡланды

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режмы индерелде. Бөгөн Иглин районы Буденновский ауылында сирҙе таратмау маҡсатында беренсе тапҡыр күнекмәләр үтте. Күнекмә сценарийы буйынса шәхси ихатала һыйыр һәм быҙау үлә. Бында шунда уҡ барлыҡ хеҙмәттәр килеп етә. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡурҡыныс сир эҙемтәләрен бөтөрөргә тейеш. Шунда уҡ ауылда карантин иғлан ителә һәм махсус постар ҡуйыла. Улар ит һәм ит ризыҡтарын, малды индермәй һәм сығармай. Ә техника һәм кешеләр дезинфекция үтә.Ауылда барлыҡ саралар кисектерелә. Йорттар, ихаталар һәм кәртә-ҡуралар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Ә һәләк булған мал махсус әҙерләнгән полигонға оҙатыла.

Һыйыр һәм быҙауы менән ҡуша ашаған бесәне, ятҡан түшәме һәм мал ҡағылған башҡа әйберҙәр яндырыла. Тәүмәғлүмәттәр буйынса, һәүкәштәр себер түләмәһен йоҡторған. Себер түләмәһе ерҙә 200 йыл һаҡлана. Ул таралмаһын өсөн сир йоҡторған малды яндыралар. Һуңынан был урынды 3 тапҡыр дезинфекция үткәрәләр.Малды яндырған урын махсус уратып алына, ә көлө һуңынан күмелә. Был урынға ауыл көтөүе үтергә тейеш түгел.Карантин биләмәһендә махсус лаборатория эшләй. Заманса йыһазландырылған үҙәктә малдан алынған ҡанды һәм башҡа өлгөләрҙе тикшерергә мөмкин. Белгестәр тиҙ арала диагноз ҡуя. Ветеринарҙарҙың фаразы дөрөҫ булып сыҡты. Малҡайҙар себер түләмәһе менән сирләгән. Әгәр һыйырҙар ысынлап та себер түләмәһе йоҡторһа, ауылдағы барлыҡ мал юҡ ителер ине. Күнекмәләрҙә 70-тән ашыу кеше һәм 30-ға яҡын техника ҡатнашты. Бындай саралар ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы таратмау маҡсатында уҙғарыла.Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанға бешмә, африка тағуны, ҡош киҙеүе, ҡотороу сирҙәре янай. Шуға күрә, күрше төбәктәр менән сиктә контроль көсәйтелә. Махсус хеҙмәттәрҙең әҙерлеген көсәйтеү маҡсатында башҡа райондарҙа ла ошондай күнекмәләр уҙғарыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Туймазыла ике ауылда бешмә ауырыуы сәбәпле ауыл малы юҡ ителгәйне. Күрелгән зыян 50 миллион һумдан артып китте.