Рәсәй президенты конкуренцияны үҫтерергә саҡырҙы

Тулыраҡ: Рәсәй президенты конкуренцияны үҫтерергә саҡырҙы

Владимир Путин был турала Дәүләт советы ултырышында белдерҙе. Был туралағы ҡануниәткә ҡул һелтәп ҡарау осраҡтары бар. Ундай ҡараш ил иҡтисадына етди зыян килтерә, бюджет сығымларын арттыра. Шуға ла Владимир Путин конкуренцияны үҫтереүҙе хуплаған ҡараш булдырыу кәрәклеген билдәләне. Ултырышта был йәһәттән Башҡортостан тәжрибәһе ыңғай яҡтан телгә алынды. Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева Башҡортостанда тәбиғи монополиялар субъекттарының инвестиция проекттарына технологик һәм хаҡ аудиты үткәреү 138 миллион һум аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирҙе, тип белдерҙе.