Ветерандар сафы һирәгәйә. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үткән Хәмит Ваһапов быйыл 103 йәшен билдәләне. Хәмит Ғәҙи улы Ваһапов 1941 йылдан ҡалған был китапты әлеге көнгә тиклем һаҡлай. Һуғыштың көсөргәнешле ваҡытында дошман снаряды ярсығы яугирҙың планшетына эләгә. Тап ошо китап уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала ла инде.Хәмит Ғәҙи ике һуғыш ветераны. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарындағы ауыр алыштарҙа бер-нисә ҡат ҡаты яралана, контузия ала, 17 көн ишетмәй һәм һөйләшмәй. Аяуһыҙ көндәрҙе күреп үҫкән яугир, һуғыштан һуң да ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләп йәшәй. Тәне яраланыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара. Быйыл 103 йәшкә аяҡ баҫыуының серен дә ул ябай ғына, ти. Хәмит Ғәҙи улын туғандары ғына түгел, күптәнге таныштары ла хөрмәт итә. Йыл һайын оло кешене иҫкә алып, ҡотлап тора улар.Күпте күргән аҡһаҡал йәш быуын өсөн өлгө лә булып тора. Ярҙам һорап һәр килгән кешегә ул үҙенең тос кәңәштәре менән ярҙам итә.Хәмит Ваһаповтың бер быуатлыҡ биографияһы буйынса ил тарихын өйрәнергә мөмкин. Бәхетле киләсәк өсөн үҙ ғүмерен аямай көрәшеп, еңеү яулаған яугир ауылдаштары өсөн дә ғорурлыҡ тойғоһон уята. Һуғыш осорондағы ауыр көндәрҙе үтеп, әле бәхетле ҡартлыҡ кисергән Хәмит Ваһапов тыуып үҫкән йорт тап ошо урында урынлашҡан. Ветерандың бала-сағы үткән урында әле уның туғандары йорт һалып йәшәй. Был ер яҡындары, ауылдаштары һәм Хәмит Ваһапов өсөн ҙур иҫтәлек булып тора.
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләргә йыйына
Тулыраҡ: Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләргә йыйына