Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Быйыл Мәскәүҙә Еңеү парадында яңы төр техника күрһәтеләсәк. Улар “Терминатор” хәрби машинаһы, “ТОР-М2” зенит-ракета комплексы һәм “Тайфун” машиналары. Санкт-Петербургта Еңеү парадының кәм тигәндә алты тапҡыр репетицияһы үтәсәк.
  • Американың Мәскәүҙәге илселеге хеҙмәткәрҙәре дипломатик миссияны ҡалдырып киткән. Скрипальды ағыулау эше буйынса Америка Рәсәйҙең 60 дипломатын ҡыуғандан һуң рәсәй ҙә бына ошондай яуап ҡайтарырға мәжбүр.
  • Төркиәнең Истамбул ҡалаһындағы госпиталдәрҙең береһендә ҙур янғын сыҡҡан. Пациенттарҙың күбеһе бинанан үҙаллы сығып өлгөргән. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында билдәле түгел.
  • 14 ил спортсылары конькиға ҡуйылған елкәнле кәмәләрҙә уҙышыу өсөн Байкалға йыйылды. Тәбиғәт көйһөҙлөгө сәбәпле-шәре сығып туңыу сәбәпле боҙ өҫтө тигеҙ түгел. Әммә был ярышта ҡатнашыусыларға сәғәтенә 100 саҡырым тиҙлектә елдереү өсөн һис тә ҡамасауламай.